Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
18 Ғинуар 2022, 06:58

Балда антибиотик тапҡандар.

«Россельхознадзор» идаралығы лабораторияһы белгестәре һатыуҙа антибиотик (левомицетин) ҡушылған балды асыҡлағандар.  

Балда антибиотик тапҡандар.Балда антибиотик тапҡандар.
Балда антибиотик тапҡандар.

Ул «Медовз»яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бренды аҫтында сауҙа кибеттәре кәштәләренә ҡуйылған була.  Анализ балда 0,00057 мг/кг кимәлендә антибиотик булыуын асыҡлаған.

 «Аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеге тураһындағы ғәмәлдәге документтарға ярашлы, составында дарыу препараттары, шул иҫәптән антибиотик  булған  аҙыҡ-түлекте  халыҡҡа һатыу тыйыла. Бындай аҙыҡ  кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефле һанала. Ошоға бәйле «Россельхозналзор»ҙың Башҡортостан буйынса  идаралығы тарафынан «Медовз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһенә ҙур күләмдә аҡсалата штраф һалынған», – тип хәбәр итәләр  ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас