Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
31 Ғинуар 2022, 10:45

Үткән йылда Башҡортостанда бөтәһе 36,9 меңдән ашыу сабый донъяға килгән.

Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды бала табыу сертификаттары нигеҙендә уҙған йылда республикала тыуған балаларҙың һаны тураһында мәғлүмәт бирҙе.  

Үткән йылда Башҡортостанда бөтәһе 36,9 меңдән ашыу сабый донъяға килгән.Үткән йылда Башҡортостанда бөтәһе 36,9 меңдән ашыу сабый донъяға килгән.
Үткән йылда Башҡортостанда бөтәһе 36,9 меңдән ашыу сабый донъяға килгән.

Малайҙар бер меңгә тиерлек күберәк.
 Бер йылда республикала 5 өс игеҙ һәм 415 игеҙәк бала тыуған. Иң күп тыуым март айында булған.
 Йышыраҡ 34-35 йәшлек, ә 26 сабыйҙы 46 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ тапҡан, тип белдерҙеләр ведомствола.
14 ҡыҙ һәм 23 малай 5 килограмм ауырлыҡта тыуған.
 Яңы тыуған сабыйҙарҙың уртаса буйы — 52 сантиметр, ауырлығы — 3,3 килограмм булған икән.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас