

Билдәле булыуынса, перфораторҙы скважинаға төшөргән ваҡытта газ сыҡҡан. Дүрт кеше зыян күргән, улар тән бешеүе менән дауаханаға ебәрелгән.
Янғын һүндерелгән, прокуратура хеҙмәткәрҙәре был инцидентты тикшерә.
“Зыян күреүселәр беренсе һәм икенсе стадиялағы тән бешеүе алған. Барыһы ла аңында, ауыр хәллеләр юҡ. Уларҙың ғүмеренә хәүеф янамай. Улар Сорғот ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү бүлексәһендә”, - тип хәбәр ителә. Шулай уҡ зыян күргән эшселәрҙең Башҡортостандан һәм Мари Иленән икәнлеге хаҡында әйтелә.
Фото: pronedra.ru