

Бында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев, Ҡала балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов,2-се ҡала дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова, ата-әсәләр комитеты ағзалары һ.б.ҡатнашты.
Шулай уҡ 2-се балалар дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова ла балалар өсөн эшләнә торған вакцина тураһында һөйләп үтте.
“Спутник М” – тәьҫирлеге күптән иҫбатланған, электән билдәле, биш тапҡыр шыйыҡлатылған яҡшы вакцина, тип иҫәпләй белгестәр. Унда тере һәм үрсеүгә һәләтле булған вирус өлөшсәләре юҡ. Вектор вакцинаһы бына нисек эшләнә: ғалимдар яҡшы өйрәнелгән вирусты алып, артабан үрсемәһен өсөн “таҙартып”, бушаған урынға вирустың “запчастарын” ҡуя. Бындай технологиялар күптән эшләп килә, байтаҡ вакциналар тап шулай етештерелә лә инде. “Спутник V” вакцинаһында кешелә “һалҡын тейеүҙе “ тыуҙыра торған аденовирус файҙаланыла.Был ике вакцина ла оҡшаш, әммә Спутник-М -да балалар өсөн генә алынған доза.
Ҡытайҙа балаларға өс йәштән алып вакцина яһайҙар, йөҙ миллиондан ашыу бала прививка алған да инде. Вакцина яһатмау өсөн күрһәтмәләр ҙә бар. Препарат компоненттарына аллергия булғанда, һалҡын тейгәндә һәм башҡа сирҙәр менән ауырығанда вакцина яһатырға ярамай. Хроник сирҙәр булғанда прививка алдынан педиатр менән кәңәшләшеү мотлаҡ,- тине ул.
- Әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында бик күп балалар ауырый. Ошо ваҡыттарҙа иң яҡшыһы-үҙизоляция. Ата-әсәләр балаларын сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан уйын майҙансыҡтарына йөрөтмәһен ине- тип өҫтәне балалар табибы Екатерина Чурилова.
Вакцинаны эшләтеп, үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла һаҡлайһығыҙ. Һуңғы айҙарҙа ауырыуҙы үткәргәндәрҙең барыһы ла: “Иң яҡшыһы прививка яһатыу”, ти. Шуға күрә,балаларҙы ла ошо сирҙән һаҡлайыҡ!