

Бында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев, Ҡала балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов,2-се ҡала дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова, ата-әсәләр комитеты ағзалары һ.б.ҡатнашты.
Ҡала балалар дауаханаһының баш табибы Борис Мөхтәр улы әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһына балалар өсөн Гам-ковид-вак-М вакцинаһы 130 доза алынған. Бөгөнгө көндә вакцинаның беренсе компоненты эшләнеп бөткән тиһәң дә була.
- Улым 1-се лицейҙа уҡый. Үҙем табип булараҡ, вакцинаның ауырыуҙы еңә алған берҙән-бер сара булыуын аңлап торам. Улым да “юҡ” тимәне, шуға күрә иң беренсе беҙ яһаттыҡ,- тине ул.
Был сир башланған осорҙа бөтәһе лә уның балаларға йоҡмауына, уларҙы урап ҡына үтеүенә ышанды. Әммә ҡәһәрле сирҙең яңы штамдары барлыҡҡа килгәс, үҫмерҙәрҙең үпкәләре зарарланыуы күҙәтелә, улар ҡаты сирләй һәм уны ауыр үткәрә башланы.
Балаларҙы һәм тирә-йүндәгеләрҙе был инфекциянан һаҡлау маҡсатында ағымдағы йылдың ғинуар аҙағынан башлап 12 йәштән алып 17 йәшкәсә балаларға прививка яһай башланыҡ. Уны эшләр алдынан ата-әсәнән яҙма рөхсәт алына. Ә 15 йәштән өлкәндәр был мәсьәләне үҙҙәре хәл итә.
Был вакцинаны яһатҡан үҫмерҙәрҙең хәле яҡшы, улар бер ниндәй эҙемтәләрһеҙ үткәрҙе-, тип өҫтәне ул үҙенең сығышында.