Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
3 Февраль 2022, 11:23

Михаил Григорьев: "42 кеше ауыр хәлдә..."

Бөгөн Стәрлетамаҡта үҫмерҙәргә “Спутник М” вакцинаһын яһатыу мәсьәләләре буйынса брифинг уҙғарылды.

Михаил Григорьев: "42 кеше ауыр хәлдә..."Михаил Григорьев: "42 кеше ауыр хәлдә..."
Михаил Григорьев: "42 кеше ауыр хәлдә..."

Бында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев, Ҡала балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов,2-се ҡала дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова, ата-әсәләр комитеты ағзалары һ.б.ҡатнашты.
Тәү башлап һүҙ Михаил Григорьевҡа бирелде. Ул республика һәм ҡала буйынса ауырыусылар һаны менән таныштырҙы. Һуңғы тәүлек эсендә республикала 1205 кеше булһа, ағымдағы йылда, пандемия башланғандан алып ҡалала 213 кеше COVID-19 менән ауырый.
Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусолар һаны 134 265кә етте. Әле республика дауаханаларында 233 кеше коронавирустан дауалана, улар араһында 145 пациент 60 йәште үткән. 42 кеше ауыр хәлдә, өсәүһе үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 7 018 кеше амбулатор дауалана, улар араһында 4 895 пациент 60 йәштән өлкән.
Бер тәүлектә 513 яҡташыбыз ковидты еңгән. Һауығыусылар һаны – 122 230.
Һуңғы тәүлек эсендә 18 кеше COVID-19 ҡорбаны булған.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас