Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
4 Февраль 2022, 07:14

«Омикрон»дың тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө асыҡланды.

Рәсәй Федерацияһында омикрон-штамдың ВА.2 төрөн йоҡтороу осраҡтары асыҡланған, тип хәбәр итте Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советында.

«Омикрон»дың тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө асыҡланды.«Омикрон»дың тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө асыҡланды.
«Омикрон»дың тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө асыҡланды.

«Рәсәйҙә ВА.3 линияһы асыҡланмаған, ВА.2 линияһына ҡараған күпселек осраҡтар Мәскәүҙә, Марий Эл Республикаһында, Ростов өлкәһендә һәм Башҡортостан Республикаһында теркәлгән», —  тине ул.
Анна Попова әйтеүенсә, бер нисә илдәге мәғлүмәттәр был төрҙөң тағы ла нығыраҡ йоғошло булыуы хаҡында һөйләй.
Вакцинация сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы булып ҡала.Һәр хәлдә ковид менән сирлеләр араһында вакцина яһатҡандар дүрт проценттан артмай, ә стационарҙағы пациенттарҙың күбеһенең прививкаһы юҡ.


Фото:https://www.infox.ru/news/283/268694-v-baskirii-nasli-ese-bolee-zaraznyj-podvid-stamm-koronavirusa-omikron-ba2

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас