

Уларҙың иң йәшенә 21, ә олорағына 36 йәш.
Зыян күреүсе 41 йәшлек ир һөйләүенсә, ул үҙе Ғафури районы Красноусол ауылынан. 6 февраль көндө бер төркөм йәштәр уның фатирына инеп маташҡан. Ишекте асыусы булмағас, улар балкон аша үтеп фатирҙың хужаһын туҡмап, 50 мең һум аҡса талап иткәндәр. Аҡса ала алмағас, баҫҡынсылар уның маңлайын ҡайнар һыу менән бешереп, пистолет менән янап, кеҫә телефонын талап ала һәм машинаға ултыртып, Стәрлетамаҡтағы гаражға алып киләләр.
Улар киткәс, ир бауҙы ысҡындырып, автобокста зарядкаһы саҡ ҡына ҡалған кеҫә телефонын эҙләп таба ла, 112 номеры буйынса шылтырата. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ул урлаған кешеләрҙең береһен таныуын әйтә: элек урлашҡаны һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өсөн хөкөм ителгән 36 йәшлек ир - Стәрлетамаҡтан. Бер нисә сәғәттән барыһын да ҡулға алалар. Әлеге мәлдә тикшереү эштәре бара.