Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ул закон ғына түгел, ә мотлаҡ шарт булып иҫәпләнә һәм һеҙҙең хәүефһеҙлекте гарантиялай. Бәләкәй генә хаталарҙың ҙур бәләгә килтереүе бар.
Ҡайһы мәлдә водителдең үҙенә генә түгел, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡалар хәүефһеҙлегенә мөнәсәбәтен үҙгәртеүҙең берҙән-бер ысулы булып штраф һалыу ҡала.
Водитель өсөн штрафтың иң бәләкәй күләме 500 һумдан 800 тиклем булыуын ғына ла иҫәпкә алғанда, ашыҡмай һәм тәртипле йөрөү һеҙҙең сығымдарығыҙҙы кәметә, ә, иң мөһиме, аварияға тарыуҙан һаҡлай икәнлеген онотмағыҙ.
БР буйынса Суд приставтары хеҙмәтенең Стәрлетамаҡ суд приставтары ҡала бүлеге начальнигы Евгений Черномырдин әйтеүенсә, ҡалала йәшәүсе бер ир өсөн Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу һәм штрафты түләмәү финанс юғалтыуҙарға килтергән. Ир кеше тиҙлек режимын 63 тапҡыр боҙған һәм Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.9 статьяһының 2-се һәм 3-сө бүлектәре (“Билдәләнгән хәрәкәт тиҙлеген арттырыу”) буйынса бик күп штрафы йыйылған.Суд ҡарарын башҡарыу барышында суд приставы автомобилде теркәүҙе тыйыу тураһында ҡарар сығарҙы һәм автомобилдә “елдерергә” яратыусыны махсус хоҡуҡтан ваҡытлыса сикләү тураһында иҫкәртте. Шунан һуң ғына ул 25 мең һум штрафтарын түләгән һәм ваҡытында түләмәгән өсөн өҫтәмә сығымдар түккән. Дөйөм суммаһы - 88 мең һумға барып баҫҡан.
Фото:" Стерлитамак-Сити" төркөмөнән алынды.