

Стәрлетамаҡта ла гүзәл заттарыбыҙҙың бәҫен, абруйын арттырған был бәйгенең муниципаль этабы финалистары билдәләнде.
Был бәйгелә әүҙем тормош позицияһы булған,ҡатын-ҡыҙ һәм әсә ролен дә бик оҫта берләштерергә һәләтле, яҡшы белгес булып үҙ эшендә уңыштарға ирешкән, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Быйыл беҙҙең ҡалала ошо күркәм конкурстың муниципаль этабы финалына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психология факультеты деканы, доцент Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина, ҡаланың 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гәүһәр Ғилметдин ҡыҙы Мирхәйҙәрова сыҡты. А.Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе исеменән уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Хәҙер конкурс финалистары "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» VI республика конкурсында ҡала данын яҡлаясаҡтар.Уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ!