Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
24 Февраль 2022, 11:56

Пенсионерҙар бушлай сәйәхәт итә ала.

Ағымдағы йылда "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге.Туризм" проектына 20 миллион һум аҡса бүлергә уйлайҙар. Был аҡса  пенсионерҙарға Башҡортостандың иң матур урындарында әүҙем ял итергә, йәмле тәбиғәтебеҙ менән танышырға ярҙам итәсәк.

Пенсионерҙар бушлай сәйәхәт итә ала.Пенсионерҙар бушлай сәйәхәт итә ала.
Пенсионерҙар бушлай сәйәхәт итә ала.

Үткән йылда 3600 пенсионер бушлай Башҡортостандың билдәле туристик маршруты буйлап үтеп яңы тәъҫораттар алып ҡыуанды! Был социаль проект 2020 йылдың көҙөндә старт алғайны, уның өсөн иң тәүҙә 5 млн һум аҡса бүленде. Ошо ваҡыт эсендә уның менән 3648 өлкән кеше генә файҙаланып өлгөрҙө. Улар “Янғантау”, “Торатау” геопарктарында, Өфө, Сибай, Бөрө ҡалалары һәм башҡа ерҙәрҙә экскурсияла булған.
БР Туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, проект артабан да дауам итәсәк. Быйыл был проектҡа күберәк аҡса бүленә, шунлыҡтан сәйәхәт итеүселәрҙең дә һаны артасаҡ. Бер йәки ике көнлөк сәйәхәттә 60 йәштән оло ир-егеттәр һәм 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар йылына бер тапҡыр ҡатнаша ала.
Проектта ҡатнашыу өсөн долголетие. соцтуризмрб .рф сайтында теркәлергә һәм үҙегеҙгә уңайлы маршрутты һәм датаны һайларға кәрәк, йә муниципаль район йәки ҡала округының хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас