

1 марттан алып Рәсәйҙә ил буйлап сәфәр ҡылыу өсөн туристик кешбэк программаһы ваҡытынан алда ябыласаҡ. Ростуризмда аңлатыуҙарынса, программаның бишенсе этабы бүленгән аҡсалар бөтөү сәбәпле тамамлана.Был хаҡта РИА Новости агентлығы хәбәр итә.
«Программаның ағымдагы этабына планлаштырылған сумма былай туристарға инде тулыһынса күсерелгән тиерлек.Унан 700 меңгә яҡын кеше файҙаланған – улар кешбэк ҡулланып сәйәхәт итеүгә 12 миллиард һум аҡса сарыф иткән. Һәм алдан билдәләнгән шарттар нигеҙендә кешеләрҙең карталарына 2,5 миллиард һумдан артыҡ аҡса кире ҡайтҡан », - тип аңлатты Ростуризм башлығы Зарина Догузова.
Ул билдәләүенсә, әлеге программанан файҙаланып ҡалырга теләүселәргә 1 мартҡа тиклем билет һатып алырға кәрәк ине.
Программаның был этабы 18 ғинуарҙан башланды. Уның шарттары буйынса, туристар сәйәхәткә 30 апрелгә тиклем ҡуҙғалырға тейеш, ә йылға буйлап сәйәхәт итеүгә 1 июнгә тиклем.