

Был бәйге - "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" президент платформаһының бер проекты. Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем министрлығы ярҙамында ойошторола. Быйыл сара Мәҙәни мираҫ йылына бағышлап үткәрелә. Һылтанма аша үтеп, проект тураһында ентеклерәк белергә мөмкин.
Конкурстың рәсми сайтында - https://moyastrana.ru/ - бөтә мәғлүмәт бар. Ятып ҡалғансы атып ҡалығыҙ,уҡыусылар өсөн проектта бик күп ҡыҙыҡлы номинациялар бар. Мәҫәлән, экология, тыуған яҡ, халыҡ кәсептәре буйынса. Барлығы 17 номинация.
Эштәр йәш айырмаһы буйынса айырым баһаланасаҡ. Ә 13 йәштән бәләкәйҙәргә Рәсәй халыҡтары фольклоры геройҙарын, элементтарын ҡушып, заманса әкиәт яҙырға йәки видео төшөрөп ебәрергә тәҡдим итәләр. Бөтә шарттарҙы конкурстың сайтына инеп ҡарағыҙ.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар, конкурс эштәре 24 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүсе уҡыусылар "Артек" халыҡ-ара һәм "Океан" Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәрендә йүнәлешле сменаларҙа ҡатнашасаҡ. Номинацияһына ҡарап, аҡсалата бүләктәр ҙә ҡаралған.
Бәйге дүрт этапта үтәсәк, бүләкләү тантанаһы 2022 йылдың июнендә була. Әйткәндәй, былтыр бәйгелә 90 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Шулар ара?ынан Стәрлетамаҡ ҡалаһының "А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы"уҡыусыһы Ростислав Савельев "Минең туған телем" номинацияһында еңеүсе булды.