Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
11 Март 2022, 10:34

Бала ла, кондуктор ҙа йәл..

Социаль селтәрҙә аҡса түләй алмаған уҡыусыны ҡыуып төшөрөргә теләгән кондуктор менән бәйле видео яҙма тиҙ таралып өлгөрҙө. Билдәле булыуынса видеола 5 класс уҡыусыһы булған, ул билетҡа Google Pay аша түләргә уйлаған, әммә ул эшләүҙән туҡтағас түләй алмаған. Уҡыусыны ла, кондукторҙы ла аңларға була, әммә кондуктор эшһыҙ ҡалған да инде.

Был видеоны малай үҙе төшөрөп өлгөргән. Унда кондуктор малайҙы «ҡуян» тип әрләп, автобустан төшөрөргә маташҡаны яҙҙырылған.  Эш урынында ойошторолған тикшереү барышында хеҙмәткәрҙе эшенән ҡыуғандар.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас