Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
17 Март 2022, 09:07

СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫНДА ЙӘШӘҮСЕЛӘР ҠОРАЛАЙҘЫ ҠОТҠАРҒАН.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Катениновка ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһында ҡоралай балаһы батып барыуы тураһында хәбәр килә.

СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫНДА ЙӘШӘҮСЕЛӘР ҠОРАЛАЙҘЫ ҠОТҠАРҒАН.СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫНДА ЙӘШӘҮСЕЛӘР ҠОРАЛАЙҘЫ ҠОТҠАРҒАН.
СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫНДА ЙӘШӘҮСЕЛӘР ҠОРАЛАЙҘЫ ҠОТҠАРҒАН.

Ваҡиға урынына Краснояр ауылы хакимиәте башлығы М.Г.Николаев, һунарсылар Сергей Пищаев һәм Алексей Талабилов, шулай уҡ Виталий Федоров менән Петр Николаев килеп еткән.
Бына шулай изге күңелле ауыл халҡы кәмә менән йөҙөп барып, ҡоралай балаһын үлемдән ҡотҡарған һәм  ветеринария клиникаһына алып барған.

Фото "Сельские нивы" гәзитенән алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас