

Бына Назым Хикмәттең дә тормошо шулайыраҡ булған. Уны барыһы ла онотҡан- дуҫтар,коллегалар һәм хатта ҡатыны ла...
Әммә ул үҙе тирәһендә әйләнгән хәл-ваҡиғалар баҫымына бирешмәйенсә, бөтә яҡшы сифаттарҙы ла үҙендә һаҡлаған кеше. Тормош юлына аяҡ баҫыусы башҡа геройҙарҙы ла яҙмыш тигәндәрең әленән-әле тапҡырлыҡта, зирәклектә, отҡорлоҡта һынап ҡына тора. Уларҙың һәр береһе мөхәббәт эҙләй. Был донъяны бит дауаларға кәрәк! Ә дауаларға дарыу түгел, уға тик кешелеклек һәм мөхәббәт кәрәк...
Геройҙарҙың барыһы ла ауыр яҙмыш һынауҙарын йырып сыға алырмы?...Бының турала беҙ яҙмыш, мөхәббәт һәм кешелеклелек сағылған, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының ижади хазиналары - Башҡортостандың халыҡ артисы ФИЗӘЛИӘ һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ИЛҺАМ РӘХИМОВТАРҘЫҢ бенефисында беләсәкбеҙ! Һүҙебеҙ Н.Хикмәттең "Онотолған әҙәм" драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль хаҡында. "Онотолған әҙәм" хаҡында онотманығыҙмы әле? Онотһағыҙ, беҙ һәр ваҡыт иҫегеҙгә төшөрөргә әҙер! 25 март киске сәғәт 7-лә Башҡорт драма театрына рәхим итегеҙ! Көтөп алынған тамашаның режиссеры - РФ-ның атҡаҙанған артисы,С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, һеҙ яратҡан - Олег Ханов.