Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
23 Март 2022, 06:30

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

Башҡортостандың һалым органдары мөлкәткә һалым буйынса льготаларға хоҡуғы булған һәм улар тураһында белдермәгән граждандарға 1 апрелгә тиклем ошондай ташламаларға ғариза яҙыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!
1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

Тәғәйен өлгөләге ғаризаны Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинет йәки “Физик берәмектәрҙең һалымдары” мобиль ҡушымтаһы аша, һалым органына йәки күп йүнәлешле үҙәк офисына шәхсән алып барып тапшырырға йә иһә почта аша ебәрергә мөмкин. Унда һалым льготаһына хоҡуҡты раҫлаған документ реквизиттарын күрһәтергә йәки ошо документтарҙы теркәргә кәрәк.
“Шәхси кабинет”та ғаризаның формаһы “Тормоштағы хәл-шарттар” бүлегендә урынлаштырылған. Был тәү сиратта 2021 йылда беренсе тапҡыр льготалар менән файҙаланырға теләгән һәм быға тиклем һалым органдарына ғариза яҙмаған физик берәмектәргә ҡағыла.
Һалым льготалары тураһында ғариза биреү формаһы, уны тултырыу тәртибе, ғариза формаһында ( Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 14 ноябрендәге ММВ-7-21/897@ һанлы бойороғо менән раҫланған).
Һалым түләүселәрҙең айырым категорияларына, шул иҫәптән хаҡлы ялдағыларға, пенсия алды йәшендәгеләргә, I һәм II төркөм инвалидтарына, инвалид балаларға ташламаға ғариза биреүҙең кәрәге юҡ. Бындай мәғлүмәтте һалым органдары ведомство-ара бәйләнеш тәртибендә Пенсия фондынан, халыҡты социаль яҡлау органдарынан һ.б ала.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас