

Улар араһында яҡташтарыбыҙҙың булыуы ла ҙур мәртәбә! Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимовҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылһа, “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Рәил Лоҡманов лайыҡ булды!
Тағы ла Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға, нәфис һүҙ оҫтаһы Гөлназ Иҙрисоваға, аккомпаниатор-концертмейстер Наталья Подкуйко һәм театр-концерт берләшмәһе солисы Ришат Хәмитовҡа бирелде. Шулай уҡ Башҡортостан республикаһының почет грамотаһы менән театрыбыҙ рәссамы Лилиә Сөләймәнова бүләкләнде.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең сағыу сәхнә әһелдәренә ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы ижади уңыштар, зал тулы тамашасылар, көслө алҡыштар теләйбеҙ! Афарин, яҡташтар!