

Аҡсаны улдарыма бүлеп бирҙем, үҙемдең өйөмдө ремонтланым, һыу үткәрҙем. Йә, ярай шулай булһын тип кенә юрағайным! Ысынбарлыҡҡа ашты ла ҡуйҙы!,- ти Әлфирә исемле ҡатын. Сөнки ул бит лотереяға 700 мең һумдан ашыу аҡса отҡан. «Столото» матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ул Башҡортостандың бер почта бүлексәһендә 32 йыл эшләгән һәм берәй ваҡыт килеп аҡса еңеүенә ышанған. Ошонан һуң, төштәрҙең ниндәйҙер бер мөғжизәгә эйә икәнлегенә, хыялдарҙың тормошҡа аша торған ғәжәп бер үҙенсәлеге барлығы тураһында нисек ышанмаҫҡа була һуң?
Бөгөнгө көндә Әлфирә страховка компанияһында эшләй. Ул – ике ейәнгә өләсәй. Буш ваҡыттарында ҡул эше менән шөғөлләнергә ярата икән.