Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
30 Март 2022, 07:36

Стәрлетамаҡ "Зифа"һы Белоруссияға юллана.

Былтыр ғына Стәрлетамаҡтағы "Башҡорт сода компанияһы"ның "Эколь" кер йыуыу онтағын етештереү линияһы үҙ эшмәкәрлеген яңынан тергеҙеп ебәргәйне.

Стәрлетамаҡ "Зифа"һы Белоруссияға юллана.Стәрлетамаҡ "Зифа"һы Белоруссияға юллана.
Стәрлетамаҡ "Зифа"һы Белоруссияға юллана.

 Ә бөгөн иһә, уларҙың "Зифа", "Луч" порошоктары өс тапҡырға күберәк етештерелә башланы. Хәйер, был уларҙың сифаты тураһында ла күпте һөйләй.
Иҡтисади ваҡиғаларға һәм Көнбайыш санкцияларына бәйле, Стәрлетамаҡ порошоктарына ихтыяж үҫкән. "Зифа", "Луч" брендлы кер йыуыу порошоктарын 20 килограмлы эре ҡапсыҡтарға, 2 кг 400 грамлыҡ полиэтилен тоҡсайҙарға, 400-550 грамлыҡ ҡатырға ҡаптарға ваҡлап тултырыла. Бөгөн белгестәр кер йыуыу порошоктарының төрҙәрен киңәйтеү тураһында ғына түгел, шул уҡ ваҡытта уның тышҡы ҡиәфәтен дә хәстәрләй. Сөнки, тиҙҙән Стәрлетамаҡ "Зифа" һы Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға юлланасаҡ.
Әйткәндәй, "Зифа" ның сифаты электән билдәле. Керҙе ҡул менән йыуаһыңмы, автоматмы, эконом класмы, Стәрлетамаҡ порошогының таҙартыу һәләтен хужабикәләр юғары баһалай.
Тағы ла йәйгә ҡарай "Эколь" балалар өсөн кер йыуыу онтағы ла сығара башлаясаҡ тигән һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты "Башҡорт сода компанияһы"директоры Эдуард Давыдов.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас