Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
31 Март 2022, 09:39

10 йәшлек Регина «Йәш Мисс Рәсәй 2022» матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы.

Был Гран-при уның унынсы еңеүе.

10 йәшлек Регина «Йәш Мисс Рәсәй 2022» матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы.10 йәшлек Регина «Йәш Мисс Рәсәй 2022» матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы.
10 йәшлек Регина «Йәш Мисс Рәсәй 2022» матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы.

Регина Хужина — Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.Үткән йылдың майында ул «Башҡортостан гүзәле» конкурсының балалар номинацияһында еңеүгә өлгәшкәйне, Мәскәүҙә «Miss & Mister Effulgence» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында «Мини мисс» исемен дә алды.
«Минең яратҡан шөғөлдәрем бик күп. Биш йәшемдән Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең балалар бейеү студияһына йөрөйөм. Шул уҡ ваҡытта моделинг менән шөғөлләнәм, мода күрһәтеүҙә ҡатнашам, инглиз телен өйрәнәм, яҡшы уҡыйым. Быйылдан вокал һәм сәхнә телмәре дәрестәрен алам. Хатта үҙемдең йырымды яҙҙырҙым!», — ти Регина Хужина.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас