

«Күн әйберҙәрҙе (өс тапҡырға), ағас һәм ҡағыҙ изделиеларҙы (ике тапҡырға), ауыл хужалығы һәм металл продукцияһын (80% ашыуға), химия продукцияһын һәм кейем-һалымды (40-50 процент тирәһе) ситкә оҙатыуҙа үҫеш темпы артҡан. Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге былтыр Рәсәй экспорт үҙәге рейтингында ил төбәктәре араһында икенсе урынды яуланы. Беҙҙең республика — экспорт стандартын индереү лидерҙары араһында. Бынан тыш, Нур-Солтанда һәм Минскиҙа Башҡортостан вәкиллектәрен астыҡ, тиҙҙән Ҡытайҙа, Үзбәкстанда асырға йыйынабыҙ», — тип билдәләне Андрей Назаров.
Башинформ.