

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың авгусында Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһының перинаталь үҙәгендә 30 йәшлек Алина исемле ҡатын палатала бергә ятҡан ҡатындың балаһын өсөнсө ҡаттан ырғытҡайны. Ауыр йәрәхәттәр алған сабый урында уҡ йән биргән.
«Судтың психология-психиатрия экспертизаһы һөҙөмтәләренә ярашлы, Алинаның психик яҡтан һаулығы ҡаҡшаған. Бөгөн Башҡортостандың Юғары суды Алинаны енәйәт яуаплылығынан азат итеп, махсус типтағы стационар шарттарҙа психиатрия ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаһында мәжбүри дауаланырға ебәрҙе», - тип белдерҙеләр судта.