

«Бөгөн карап төҙөүселәребеҙ сираттағы хеҙмәт еңеүен билдәләй, беҙ Башҡортостандың баш ҡалаһы хөрмәтенә аталған ҙур дизель-электр һыу аҫты кәмәһен һыуға төшөрәбеҙ. Караптарға ҡалаларыбыҙҙың исемен биреү изге йолаға әүерелгән. Санкт-Петербург менән Өфөнө тарих биттәре бәйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында байтаҡ предприятиелар Өфөгә эвакуацияланған, ә беҙҙең халыҡ унда яҡлау тапҡан. Радий Фәрит улы, бөгөн Башҡортостан халҡына Ленинградтан күсеп килергә мәжбүр булғандарға күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт әйткем килә. Бик күптәре һеҙҙең республикала йәшәргә ҡалған. Ветерандар хаҡында нисек хәстәрлек күреүегеҙҙе беләбеҙ. Был предприятие Петр Беренсенең хеҙмәте, быйыл уға 350 йыл тула. Хәҙер Санкт-Петербургта 50 карап төҙөлә, бының өсөн Оборона министрлығына рәхмәт белдерергә теләйем. Бик ҡатмарлы осор, әммә беҙ бергә, бергә булғас, беҙ еңәбеҙ», — тине Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов.
«Өфө» һыу аҫты кәмәһе командиры, өсөнсө ранг капитаны Андрей Барков Радий Хәбировҡа экипажға шефлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканы ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫҡа вәғәҙә бирҙе. Башҡортостан һеҙҙең өсөн икенсе бәләкәй ватанға әүерелер, тип ышандырҙы уларҙы республика етәксеһе.
Башинформ