Ашҡаҙар
+5 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
6 Апреля 2022, 10:15

Башҡортостанда шәхси клиникаларҙа 24 сирҙән бушлай прививка яһатырға мөмкин

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары кешенең йоғошло ауырыуҙарын иммунопрофилактикалау тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда шәхси клиникаларҙа 24 сирҙән бушлай прививка яһатырға мөмкинБашҡортостанда шәхси клиникаларҙа 24 сирҙән бушлай прививка яһатырға мөмкин
Башҡортостанда шәхси клиникаларҙа 24 сирҙән бушлай прививка яһатырға мөмкин
 Был яңылыҡ республика халҡына дәүләт, шулай уҡ шәхси медицина учреждениеларында бушлай прививка яһатырға мөмкинлек бирә.
 "Бөтә медицина ойошмалары ла эпидемик күрһәтмәләр буйынса профилактик прививкалар календарына индерелгән вакциналар менән тәьмин ителә. Медицина учреждениеларын иммунобиологик препараттар менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тәртибен Башҡортостан Хөкүмәте раҫлай. Граждандар ОМС системаһында эшләгән теләһә ниндәй клиникала вакцина эшләтергә мөмкин», - тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
 Закон Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡул ҡуйғандан һәм рәсми баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инергә тейеш.
 
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас