Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
11 Апрель , 10:22

БДИ һәм ТДИ-ны уҡыусылар нисек тапшырасаҡ?

Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалына биргән интервьюһында быйыл уҡыусылар Берҙәм дәүләт һәм Төп дәүләт имтихандарын нисек тапшырасағы тураһында һөйләне.

БДИ һәм ТДИ-ны уҡыусылар нисек тапшырасаҡ?
БДИ һәм ТДИ-ны уҡыусылар нисек тапшырасаҡ?

Ул сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләренә ғаиләлә уңайлы мөхит булдырырға кәңәш итә һәм имтихан барышында балалар үҙҙәрен тыныс тотоуҙарын һораны.
 Балаларҙың һауыҡтырыу ялы темаһына ҡағылып, Айбулат Вәкил улы ата-әсәләргә юллама һатып алған өсөн кэшбэкты нисек алырға мөмкин булыуын ентекле аңлатты.
  – Һеҙҙә лояллек программаһына бәйле булған «Мир» картаһы булырға тейеш, һуңынан һеҙ сәйәхәттәр донъяһы порталы реестрынан Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан теге йәки был ҡала ситендәге лагерҙы һайлай алаһығыҙ һәм хаҡты тулыһынса түләп, һуңынан биш эш көнө эсендә ярты хаҡы, тик 20 мең һумдан артыҡ түгел, кире шул уҡ «Мир» картаһына ҡайтарыла. Киләһе этапта 30 көн эсендә мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итеп, тейешле документтар пакеты тапшыраһығыҙ, шунан һуң тағы беҙҙең республика ҡаҙнаһынан ата-әсәгә 30 проценты ҡайтарыла,  –  тине Айбулат Хажин.
Тағы ла быйыл 80 мәктәптә ремонт эштәре башланасағы тураһында белдерҙе. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в