Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
11 Апрель 2022, 09:50

Туристик кешбэк программаһы 15 апрелгә тиклем оҙайтылды.

Ул туристарға ил эсендә һәм Башҡортостанда ял итергә мөмкинлек бирә, тармаҡта бизнесҡа һәм эш урындарына булышлыҡ итә. Республикала программала һигеҙ шифахана, 20-нән ашыу ҡунаҡхана һәм ял базаһы, биш төбәк туроператоры ҡатнаша.

Туристик кешбэк программаһы 15 апрелгә тиклем оҙайтылды.
Туристик кешбэк программаһы 15 апрелгә тиклем оҙайтылды.

Республика халҡы ошо программа буйынса 2022 йылдың 30 июненә тиклем, шул иҫәптән май байрамдарында сәфәргә сыға ала. Шулай уҡ балалар кешбэктары менән юлламалар һатып алырға  ла мөмкин. Баланы уңайлы шарттар буйынса лагерға 1 майҙан сентябрь аҙағына тиклем оҙатырға мөмкин.
  Бындай юлламалар йәй аҙағына тиклем һатыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты сайтында (https://tourism.bashkortostan.ru/presscenter/news/442..) алырға мөмкин. Рәсәй буйлап тур һатып алып, уның хаҡынан 20 процентты ҡайтарырға өлгөрөгөҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: