

Бынан 32 йыл элек Стәрлетамаҡ районына метеорит төшкән. Уның ауырлығы 315 килограмм була. Майҙаны әллә ни ҙур түгел шулай ҙа: 0,50, 0,40 һәм 0,25 метр.
Метеорит әлеге көндә Өфөлә Фәндәр академияһының археология һәм этнография музейында һаҡлана. Был тарихты күптәр онотоп та бара, әммә төшкән мәле үҙенә күрә бер ҙур ваҡиға булған!
Метеорит төшкән урынында быуа барлыҡҡа килгән, уның һыуы яландарға йүнәлтелә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.