+16 °С
Ямғыр
46-сы лицейҙың 8-се класс уҡыусылары үҙҙәренең проектын күрһәтте. Унда ғаилә менән ял итеү өсөн ете экологик зона бар. Хәбиров фекеренсә, идеяны тормошҡа ашырырға мөмкин.
«Уны ҡайҙа бойомға ашырыу тураһында уйларбыҙ», - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уҡыусылар менән аралашҡандан һуң.
Йәш экологтар билдәләүенсә, паркта урам кинотеатры, концерт майҙансығы, спорт һәм ял итеү өсөн зона, балалар майҙансығы булырға тейеш.