Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
15 Апрель 2022, 13:44

Башҡортостандан йөрәк-ҡан тамырҙары менән ауырыусы 300 кеше үҙенсәлекле медицина тикшереүе үтә ала.

 БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән "МедИнвестГрупп” компанияһы араһында был хаҡта һөйләшеп килешелгән.

Башҡортостандан йөрәк-ҡан тамырҙары менән ауырыусы 300 кеше үҙенсәлекле медицина тикшереүе үтә ала.
Башҡортостандан йөрәк-ҡан тамырҙары менән ауырыусы 300 кеше үҙенсәлекле медицина тикшереүе үтә ала.

Йөрәк-ҡан тамырҙары  системаһы ауырыуҙарын дауалау һәм диагностикалауҙа алдынғы ысулдарҙы индереүҙе Өфөлә уҙған йылда башланылар. Ул ваҡытта һаулыҡ һаҡлау министрлығы  тарафынан 100 тикшереүгә квота бирелгәйне.

— Беҙҙең төбәк йөрәк-ҡан тамырҙары ялҡынһыныуын тикшергәндә тәүгеләрҙән булып   ПЭТ/КТ-тикшереүҙе ҡуллана башланы. Билдәле булыуынса, кардиология ауырыуҙары онкология ауырыуҙары менән бер рәттән хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡҡа һәм үлемгә килтереүҙең төп сәбәбе булып тора.     "МедИнвестГрупп"  менән берлектә республика халҡының ғүмерен оҙайтыу мөмкинлеген тәьмин итергә ниәтләйбеҙ.  Тап шуның өсөн дә квоталар иҫәбе 300 тикшереүгә тиклем арттырылды, – тине  һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: