Ашҡаҙар
+2 °С
Ясно
Ишеттегеҙме әле?
15 Апреля 2022, 08:06

Фатирҙа ауыҙына ойоҡбаш тығылған ҡатындың кәүҙәһе табылған.

Кисә  Өфөлә ҡуртымға алынған фатирҙа 39 йәшлек ҡатындың мәйете табылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фатирҙа ауыҙына ойоҡбаш тығылған ҡатындың кәүҙәһе табылған.Фатирҙа ауыҙына ойоҡбаш тығылған ҡатындың кәүҙәһе табылған.
Фатирҙа ауыҙына ойоҡбаш тығылған ҡатындың кәүҙәһе табылған.

Һәләк булыусының башы скотч менән уралған, ә ауыҙына ойоҡбаш тығылған. Мәйетте торлаҡ хужабикәһе тапҡан. Ул фатирҙы ҡуртымға алыусыға шылтырата. Телефонды алмағас, унда барырға була. Фатир хужабикәһе ишекте асҡысы менән аса алмаған, сөнки ул эстән бикле була, ишекте емереп инергә тура килә. Белгестәр фекеренсә, мәйет фатирҙа ике тәүлек самаһы ятҡан. Әле был хәл буйынса тикшереү бара.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас