Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
19 Апрель 2022, 13:35

Ун бала әсәйһеҙ ҡалған.

18 апрель көндө  Ямашлы һыуһаҡлағысына автомобиль төшөп киткән.

Ун бала әсәйһеҙ ҡалған.
Ун бала әсәйһеҙ ҡалған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, иҫерек ҡатын иҫән ҡалған, ләкин уның өс әхирәте вафат булған.
«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының 77-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡ менән бергә һыуға батҡан машинаны арҡан менән эләктерә, һуңынан трактор уны ярға һөйрәп сығара», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Хәл - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы контролендә.
  Билдәле булыуынса, ун бала әсәйһеҙ ҡалған. Һәләк булған 53 йәшлек ҡатындың - биш балаһы, 36 йәшлектең - икәүһе һәм 49 йәшлек ҡатындың - өсәүһе. Иҫән ҡалған 48 йәшлек водитель ҡатындың да өс балаһы бар.
  Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, дүртәүһе лә һыу һаҡлағыс янында урынлашҡан бер кафела эшләгән.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: