Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
27 Апрель 2022, 20:20

Бөгөн Стәрлетамаҡ Донецк һәм Луганскиҙан мәжбүри күсеп килеүселәрҙе ҡаршы алды.

- Беҙгә 81 кеше килде,шул иҫәптән 19 бала. Ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Бөгөн Стәрлетамаҡ Донецк һәм Луганскиҙан мәжбүри күсеп килеүселәрҙе ҡаршы алды.
Бөгөн Стәрлетамаҡ Донецк һәм Луганскиҙан мәжбүри күсеп килеүселәрҙе ҡаршы алды.

- Ауыр тормош хәлендә ҡалған  кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мине урап үтер тип бер кем дә әйтә алмай. Улар беҙгә туғандаш халыҡ,сөнки уртаҡ тарихи үткәнебеҙ бар. Уларға ярҙам ҡулы һуҙырға ваҡыт етте.  Медицина, психологик ярҙам, туҡланыу - барыһы ла улар өсөн буласаҡ,- тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә ҡала хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов.
 Әйткәндәй, күскенселәргә ярҙам итергә теләүселәр туҡланыу продукттарын, кейем-һалымды, гигиена сараларын, көнкүреш химияһын түбәндәге адрес буйынса алып килә ала: Хоҙайбирҙин урамы, 91.

Фотолар социаль селтәрҙәрҙән алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: