Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
29 Апрель 2022, 12:21

ИЗГЕ ЮЛҒА, ҺАЛДАТТАР!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Призывниктар көнө”н уҙғарыу һәйбәт традицияға әйләнде. 

ИЗГЕ ЮЛҒА, ҺАЛДАТТАР!
ИЗГЕ ЮЛҒА, ҺАЛДАТТАР!

Һәр йылдағыса бөгөнгө сара ла Г. Жуков паркында һәйкәлдәргә сәскә һалыуҙан башланып,аҙаҡтан ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте.
Әле кисә генә мәктәп эскәмйәһендә ултырған һәм студент "һурпаһын" эскән егеттәр тиҙҙән “гражданка”ларын хәрби формаға алмаштырасаҡ. Өйрәнеп киткәнсе, әлбиттә уларға ауырыраҡ буласаҡ, шуға күрә лә әрме сафтарында булып ҡайтҡан өлкән кешеләрҙең өгөт-нәсихәттәре бик мөһим. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров буласаҡ һалдаттарҙың яугир бурысын намыҫлы үтәсәктәренә ышаныс белдерҙе.
– Әрмелә хеҙмәт итеү – һәр ир-егеттең Тыуған ил алдында үтәй торған изге бурысы. Ҡораллы көстәр сафында булыу кешене тәрбиәләй, сыныҡтыра. Һеҙҙе Украинала барған махсус операцияға береһе лә ебәрмәйәсәк,борсолмағыҙ! Әрме сафтарында атай-олатайҙарыбыҙ рухына тап төшөрмәгеҙ,иң мөһиме, онотмағыҙ – өйҙә һеҙҙе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, тыуған ҡалағыҙ, беҙ көтәбеҙ,- тине Артур Рәзил улы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров билдәләүенсә, яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылыш 21 май башлана, барыһы 368 егет хеҙмәткә алына.
– Оҙаҡламай һеҙҙең өсөн тормошоғоҙҙоң файҙалы һәм ҡыҙыҡлы этабы башланасаҡ. Армияла һеҙ хәрби һөнәр генә түгел, тормош тәжрибәһен дә аласаҡһығыҙ. Командирҙар биргән кәңәштәр һәм бойороҡтарға иғтибарлы булығыҙ. Һеҙгә сабырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм был юлды лайыҡлы үтеүегеҙҙе теләйем,- тип теләктәрен дә еткерҙе ул буласаҡ һалдаттарға.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: