+16 °С
Ямғыр
Социаль турҙарҙы БР Туризм буйынса дәүләт комитеты БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципалитеттар менән берлектә ойоштора. Шулай уҡ быға республиканың Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары союзы ла булышлыҡ күрһәтә.
Туристарҙың йәш сикләүе лә бар: ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-ат 60 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш. Проектта бушлай (туҡланыу ғына үҙ иҫәбеңә) йылына бер тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлеп, үҙегеҙ теләгән тур йә маршрутҡа яҙылырға кәрәк.
Стәрлетамаҡ пенсионерҙары Башҡортостан буйынса сәйәхәткә 5 майҙа уҡ бара ала:
5 май- Өфө,
11 май- Өфө,
17 май- Красноусол ҡасабаһы.
19 май - Шүлгәнташ.