Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
1 Май 2022, 11:36

В.Путин түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Был аҡса Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә түләнә.

Бынан алда ғына Рәсәй Президенты Владимир Путин Именлек Советының даими ағзалары менән уҙғарған кәңәшмәһендә Донбасты яҡлау буйынса махсус операцияла ҡатнашыусыларға биш миллион һум түләнәсәге тураһында белдергәйне. Тағы ла “хәрби операция ваҡытында яраланған хәрбиҙәргә өҫтәмә рәүештә өс миллион түләүҙе ҡарарға кәрәк” тигәйне. 
- – Һәләк булғандар ғаиләһенә бер тапҡыр түләнгән пособие – 7421000 һум. Бынан тыш, һәләк булғандарҙың ғаиләһенә тағы ла биш миллион һум өҫтәмә түләү буласаҡ, – тип тәҡдим итте ил етәксеһе һәм бөгөн шул указға ҡул ҡуйҙы ла инде.

#ВПутин#президентРоссии

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: