Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Ишеттегеҙме әле?
4 Мая 2022, 06:10

Рәсәй банкы төп ставканы 14 процентҡа тиклем төшөрөргә хәл итте

 Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 17 проценттан 14 процентҡа тиклем төшөрөү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй банкы төп ставканы 14 процентҡа тиклем төшөрөргә хәл иттеРәсәй банкы төп ставканы 14 процентҡа тиклем төшөрөргә хәл итте
Рәсәй банкы төп ставканы 14 процентҡа тиклем төшөрөргә хәл итте

«Рәсәй иҡтисады өсөн тышҡы шарттар ҡатмарлы булып ҡала, иҡтисади эшмәкәрлекте ныҡ сикләй. Шул уҡ ваҡытта хаҡ һәм финанс тотороҡлоғо өсөн хәүеф кәмене, был төп ставканы төшөрөү өсөн шарттар тыуҙырҙы», — тип хәбәр ителә банктың Telegram-каналында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер айҙа икенсе тапҡыр шундай ҡарар ҡабул ителде. Апрель башында пландан тыш ултырышта банк ставканы 20 проценттан 17 процентҡа тиклем кәметкәйне.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас