Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
15 Май 2022, 17:10

Бөгөн Стәрлетамаҡта "БСК забег" ярыммарафоны үтте.

Бында республиканың төрлө төбәктәренән меңләгән спортсы ҡатнашты.

Бөгөн Стәрлетамаҡта "БСК забег" ярыммарафоны үтте.
Бөгөн Стәрлетамаҡта "БСК забег" ярыммарафоны үтте.

Был сараны "Башҡорт сода компанияһы" ойошторҙо.Ҡатнашыусыларҙы хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов, "Башҡортостан сода компанияһы" акционерҙар йәмғиәте директоры Эдуард Давыдов, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина сәләмләне.
Ярыммарафон алдынан  Дарья Вәлиева һәм Анастасия Альбеева ҡатнашыусыларға төрлө күнегеүҙәр эшләтте. Барлыҡ ҡатнашыусылар  2, 5, 10 һәм 21,1 саҡрым аралыҡта ярышһа, йәш спорсылар 50, 100, 200 метр арауыҡта үҙҙәрен һынап ҡараны.
Ярыш аҙағында миҙалдар, кубоктар һәм башҡа категориялар буйынса иң көслө спортсылар почет грамоталары менән бүләкләнде.
 
Д. Пискарев фотоһы.


Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: