Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
16 Май 2022, 09:52

Стәрлетамаҡ хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Луганск халҡына ярҙам күрһәтте.

Сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Луганск Халыҡ Республикаһының "Красный луч" ҡалаһы халҡына бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе.

Стәрлетамаҡ хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Луганск халҡына ярҙам күрһәтте.
Стәрлетамаҡ хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Луганск халҡына ярҙам күрһәтте.

Шулай итеп, муниципаль хеҙмәткәрҙәр был ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған туғандаш республика халҡына ярҙам күрһәтте. 
Әйткәндәй,унан алда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла  бер көнлөк эш хаҡын Донбассҡа ярҙамға күсерергә тигән ҡарар ҡабул иткәйне.
- Красный Луч менән беҙҙең республикабыҙҙың мөнәсәбәттәре үҙенсәлекле – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тап ошо ҡала эргәһендә дошмандар менән алыша. Ошонда ул туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Бөгөн Красный Луч халҡы ауыр шарттарҙа йәшәй. Республикабыҙ хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Ошо көндәрҙә етенсе гуманитар ярҙамды оҙаттыҡ, күскенселәрҙе лә ҡабул итәбеҙ,- тине  БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: