

- Бөгөн Стәрлетамаҡ сифатлы юмор һәм яҡшы кәйефтәр үҙәге! Бер сәхнәлә бөгөн республика ҡалаларынан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан - Ҡазан, Ырымбур, Орск, Һамар, Яр Саллы КВН командалары үҙ-ара көс һынашасаҡ! Барығыҙға ла уңыштар теләп ҡалам,- тип сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.
Барыһы 20 команда сығыш яһағандан һуң, жюри ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне.
1 урынды Салауат ҡалаһының КВН командаһы, 2 урынды Стәрлетамаҡ хакимиәте профсоюз командаһы һәм Күмертау ҡалаһы командаһы бүлеште. Ә бына 3 урынға БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының иҡтисад факультеты студенттары лайыҡ булды.
Фото:ҡала хакимиәте төркөмөнән алынды.