Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
20 Май 2022, 09:30

ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ- БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР!

Бөгөн Стәрлетамаҡта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө сиктәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса акция ойошторҙо.Акция Юл хәрәкәтен пропагандалау буйынса инспектор, ЮХХДИ бүлегенең полиция өлкән лейтенанты Гөлназ Ғәрифуллина,Юл-патруль хеҙмәте инспекторы Илнур Мөхәмәтйәнов, Анатолий Глуходед һәм 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең уҡыусылары менән берлектә үтте.

ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ- БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР!ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ- БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР!
ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ- БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР!

- Бындай акцияларҙы беҙ ай һайын уҙғарып торабыҙ.Ә бөгөнгөһө йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймау маҡсатында ойошторола. Сөнки, һуңғы арала ҡалала йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары күбәйҙе. Йәйәүлеләр, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар булараҡ, күп осраҡта үҙҙәре лә ҡағиҙәләрҙе боҙа. Мәҫәлән, тәүлектең ҡараңғы мәлендә кейемдә яҡтылыҡты ҡайтарғыс булырға тейеш тигән талаптарҙы бик һирәктәр үтәй. Юлдың ситенән түгел, уртаһынан йөрөү йәки ярамаған урында сығыу ҙа йыш күҙәтелә.Шуға күрә, бөгөнгө акция водителдәргә лә йәйәүлеләргә лә ҡағыла. Был акциянан башҡа, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө сиктәрендә ҡала мәктәптәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә арналған класс сәғәттәре лә үткәрелә. Мәҫәлән, беҙ 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбе уҡыусыларына балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында имгәнеүен иҫкәртеү һәм юлдарҙа хәүефһеҙлекте пропагандалауға йүнәлтелгән ҙур сара үткәрҙек,- тине Юл хәрәкәтен пропагандалау буйынса инспектор, полиция өлкән лейтенанты Гөлназ Илшат ҡыҙы.
Акция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 4Б класы уҡыусылары Дамир Абдулвәлиев, Вероника Фатхова һәм Ханна Шиниязова водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе туҡтатып, акция тураһында һөйләне, буклеттар таратты, юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырҙы һәм хәйерле юлдар теләне

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас