Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
25 Май 2022, 07:14

Башҡортостанда һуттар етештерелә башлаясаҡ.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Үзбәкстан менән берлектә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне.

Башҡортостанда һуттар етештерелә башлаясаҡ.Башҡортостанда һуттар етештерелә башлаясаҡ.
Башҡортостанда һуттар етештерелә башлаясаҡ.

— Йылытма хужалығы, оҙайлы туңдырыу, сублимациялау — былар барыһы ла беҙҙең өсөн үҫешкә этәргән яңылыҡ. Беҙҙә һут етештереү буйынса завод асыласаҡ. Быны Үзбәк хеҙмәттәштәребеҙ тәҡдим итте. Әле беҙ проектын, урынлашасаҡ урынын әҙерләйбеҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Моратов.
Бынан тыш, Башҡортостан һәм Үзбәкстан мамыҡ етештереүҙе яйға һалмаҡсы. Республика был илде туҡыма етештереү ҡорамалдары менән тәьмин итә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас