Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
26 Май 2022, 09:03

СТӘРЛЕТАМАҠ СТУДЕНТЫ ПАУЭРЛИФТИНГ БУЙЫНСА РӘСӘЙ РЕКОРДЫН ҠУЙҘЫ.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының тарих факультеты студенты Зарина Әлмөхәмәтова пауэрлифтинг һәм көс талап иткән спорт төрҙәре буйынса Асыҡ республика кубогында еңеүсеһе булды.

СТӘРЛЕТАМАҠ СТУДЕНТЫ ПАУЭРЛИФТИНГ БУЙЫНСА РӘСӘЙ РЕКОРДЫН ҠУЙҘЫ.СТӘРЛЕТАМАҠ СТУДЕНТЫ ПАУЭРЛИФТИНГ БУЙЫНСА РӘСӘЙ РЕКОРДЫН ҠУЙҘЫ.
СТӘРЛЕТАМАҠ СТУДЕНТЫ ПАУЭРЛИФТИНГ БУЙЫНСА РӘСӘЙ РЕКОРДЫН ҠУЙҘЫ.

18-19 йәш категорияһында штанга күтәреү буйынса ҡыҙ беренсе урын алды һәм 55 килограмм һөҙөмтә менән 60 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Рәсәй рекордсыһы булды.
Бынан алда Зарина бер-нисә тапҡыр грэпплинг буйынса Башҡортостан һәм донъя чемпионы булғайны. Пауэрлифтинг буйынса ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәне!
- Иң тәүҙә 37,5 килограмм ауырлыҡтағы штанганы күтәрҙем. Был спорт мастеры нормативы. Аҙаҡтан халыҡ-ара спорт мастеры нормативын үтәү өсөн 45 килограмм ауырлыҡтағы штанганы күтәрергә кәрәк ине, мин был эште лә уңышлы башҡарып сыҡтым. Шунан һуң 55 килограмлыҡ штанганы күтәреп үҙемде һынап ҡарарға булдым,- тип һөйләй Зарина.
🛑БЕЛЕШМӘ : Пауэрлифтинг — ҙур көс талап иткән спорт. Ярыш дисциплиналары үҙ эсенә өс һынауҙы ала — штанганы ҡалаҡ һөйәктәренә һалып сүкәйеү (присед), ятҡан килеш штанганы күкрәктән күтәреү (жим лежа) һәм баҫып торған килеш ауырлыҡты ҡалҡытыу (становая тяга). Спортсының максималь ауырлыҡты күтәрә алыуы иҫәпкә алына һәм өс дисциплина суммаһында иң ҙур массаны күтәргән атлет еңеүсе була.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас