Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
1 Июнь 2022, 04:43

Стәрлетамаҡта 200 кешелек пляж асыласаҡ!

Быйыл Стәрлетамаҡта Ағиҙел буйында урынлашҡан пляжды асырға йыйыналар.Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров пляжды асыуға әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Стәрлетамаҡта 200 кешелек пляж асыласаҡ!Стәрлетамаҡта 200 кешелек пляж асыласаҡ!
Стәрлетамаҡта 200 кешелек пляж асыласаҡ!

Артур Рәзил улы Ашҡаҙар йылғаһы пляжын төҙөкләндереү сәбәпле, быйыл Ағиҙел йылғаһында пляж буласаҡ тине.
Пляж хужаһы әйтеүенсә, бында 200-гә кеше ял итә аласаҡ, хәүефһеҙлек буйынса бөтә эштәр ҙә үткәрелгән.
Пляжды 10 июндә асырға планлаштыралар.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас