"Һөнәрселек" проекты 2022 йылдың 1 ғинуарында Мәғариф министрлығы тарафынан эшләй башланы. Яңы программалар уҡыу йылы башланыу менән 70 мәғариф-производство кластарында старт аласаҡ.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары әйтеүенсә, проект сиктәрендә яңы белем биреү программалары тормошҡа ашырыласаҡ, улар 4 йыл уҡыу ваҡытын 2,5 йылға тиклем ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирәсәк.
Эш биреүселәрҙең талаптарын иҫәпкә алып программаның өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнгән, тине Татьяна Голикова. Улар иҫәбенә атом сәнәғәте, тимер юл транспорты, металлургия, машиналар эшләү (шул иҫәптән авиа- һәм суднолар төҙөү), химия сәнәғәте, ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт һәм фармацевтика тармағы ингән.
Мәскәү өлкәһендә Рәсәй Мәғариф министрлығы булышлығында йәштәр өсөн һөнәри йүнәлеш буйынса саралар үтте, тип өҫтәне ул. Вице-премьер әйтеүенсә, профессиональ-техник белем темаһы һуңғы ваҡытта Рәсәй йәштәре араһында бик популяр.
Бынан тыш, Дәүләт Советы президиумы ултырышында доклад барышында Татьяна Голикова Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджеттары берлектә балалар ялына ҡағылышлы федераль башланғыстарҙы финанслау механизмын булдырыу мөмкинлеге тураһында ла һөйләне.
"Бөгөн федераль бюджеттан юллама алыуға тотонолған аҡсаның 50 процентын кире ҡайтарыу системаһы эшләй. Беҙ төбәктәргә, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләргә һәр яҡтан ярҙам итергә тырышабыҙ", - тине ул.
В.Путиндың Май указдарына ярашлы, "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә башҡарылған ошондай проекттар йәштәрҙе эшле итеүҙә ярҙам итө.
#Миллипроекттар#нацпроекты#Башкортостан#РБ#национальныепроекты