

Стәрлетамаҡ районының Йөрәктау ауылы эргәһендәге Ҡажат күлендә һыу ингән 1959 йылғы ир батҡан. Ваҡиға шаһиттары уның кәүҙәһен һыуҙан сығарып, полицияға тапшырған.
"Хөрмәтле граждандар! Һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауҙың фажиғәле тамамланыуы ихтимал. Эскән килеш һыуға инмәгеҙ һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!” – тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.