Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Ишеттегеҙме әле?
6 Июнь 2022, 08:16

Һаҡ булығыҙ - талпан!

Талпандар ҡурҡыныслы булып һаналған боррелиоз һәм энцефалит ауырыуҙарын тарата. Республикала 4 меңдән ашыу кеше талпандан зыян күргән...

Һаҡ булығыҙ - талпан!Һаҡ булығыҙ - талпан!
Һаҡ булығыҙ - талпан!

Роспоребнадзорҙың бөгөнгөгә тиклемге мәғлүмәттәренә ҡарағанда республикала 4195 кеше талпандан зыян күргән. Шуларҙың 1479-ы – балалар. Был башҡа йылдарҙағы күрһәткестәргә ҡарағанда юғары түгел. Йыл башынан талпан энцефалитынан 22 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан. Тағы 36 мең кешегә прививка яһау ҡаралған. 1204,1 гектар ер талпандан эшкәртелгән.
Кешеләр үҙҙәре лә талпандан һаҡланып өйрәнергә тейеш. Урман-ҡырҙарға сыҡҡанда башығыҙға кейегеҙ, тәнегеҙҙең асыҡ өлөштәре әҙерәк булһын. Шулай уҡ сәғәт һайын өҫтөгөҙҙө ҡарағыҙ. Талпанға ҡаршы ҡулланылған төрлө спрейҙарҙы ла һиптереү яҡшы һөҙөмтә бирер.
Ә шулай ҙа талпан тешләгән осраҡта, унда хәүефле инфекция булыу-булмауға тикшереүгә тапшырырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөлә талпандарҙы тикшереүгә Шәфиев урамындағы 7-се лабораторияға (беренсе ҡат) көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем һәм Карл Маркс урамындағы 69-сы йорттағы лабораторияға (шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш) тапшырырға мөмкин. Ошондай уҡ лабораториялар Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Туймазыла эшләй.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас