Бөтә яңылыҡтар

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы өсөн - 100 мең һум

Радий Хәбировтың “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тураһында”ғы указына ярашлы, наградланыусылар 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия аласаҡ.  

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы өсөн - 100 мең һум
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы өсөн - 100 мең һум

Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары   “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм званиелары тураһында“ғы законға үҙгәрештәр индерҙе.
“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына тәҡдим ителәсәк кешеләр категорияһы арттырылды. Уға ете бала тәрбиәләүсе һәм тәрбиәләгән ата-әсәләр,   ете һәм унан дә күберәк  балиғ булмаған етем бала ҡабул иткән ата-әсәләр һәм патронат тәрбиәселәр, опекундар  инә.  Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
 Бынан тыш, республикаға дан килтергән, батырлыҡ күрһәткән йәки  хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм хәүефһеҙлекте  һаҡлау  буйынса ҡаһарманлыҡ күрһәткән  йәки фән, ижад, спорт йәиһә башҡа әһәмиәтле эшмәкәрлектә үҙенсәлекле ҡаҙаныштарға өлгәшкән  балалар тәрбиәләгән  ата-әсәләр, опекундар, попечителдәр, өс һәм унан  күберәк  инвалид балаларҙы уллыҡҡа алған  ата-әсәләр  наградланыуы мөмкин.
 Башҡортостан Башлығының  “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тураһында”ғы указына ярашлы, наградланыусылар 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия аласаҡ.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в