+15 °С
Болотло
Колледж директоры Антонина Усевич ҡунаҡҡа WorldSkills компетенциялары буйынса экскурсия үткәрҙе, колледждың пландары һәм перспективалары хаҡында һөйләне.
Зөһрә Рәхмәтуллина үҙ сиратында, колледжға - "Башҡорт халҡының тарихы", "Башҡорт теленең академик һүҙлеге" һәм "Башҡорт халҡының тарихы буйынса материалдар" китаптарын бүләк итте. Ул элекке педагогия училищеһы кеүек иҫендә ҡалған ошо уҡыу йортоноң бөгөнгөһөнә ҡарап һөйөндө.
Бөгөн колледж - юғары технологик һәм компьютер базаһы булған заманса студенттар ҡаласығы, бында әүҙем студенттар уҡый. Ә иң мөһиме заман талаптарына яуап биргән, йәштәргә төрлө яҡлап үҫергә булышлыҡ иткән уҡыу йорттарының береһе ул.
Раушания Бакирова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.