Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
9 Июнь 2022, 12:25

Стәрлетамаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Петр Хуторненко донъя ҡуйған.

Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы Петр Кондратьевич Хуторненко вафат. Мартта уға 95 йәш тулғайны.

Стәрлетамаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Петр Хуторненко донъя ҡуйған.
Стәрлетамаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Петр Хуторненко донъя ҡуйған.

Петр Кондратьевич 1927 йылдың 1 мартында Новый Краснояр ауылында тыуған. Ул Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан легендар Стәрлетамаҡ ҡаһармандары иҫәбендә булды. 1944 йылдың декабрендә, танк механигы-водителенә уҡып сыҡҡандан һуң, йәшләй генә фронтҡа китә һәм Иран менән сиккә оҙатыла, Еңеүҙән һуң да унда һигеҙ йыл хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң юғары класлы белгес тыуған «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында эшләй башлай.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен оҫта биҙәүсе-рәссам итеп күрһәтә - тыуған ауылында ғына түгел, Танеевка, Косяковка ауылдарында ла аншлагтар, урам алтаҡталары эшләй.

Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/str.raion  

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: